Башҡортостан ынйылары

 23 ғинуарҙа район  мәҙәниәт йортонда  Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы   “ Башҡортостан ынйылары”  тип аталған   матур сара үтте. Унда  район мәктәптәренән  8 команда башҡорт халҡының тарихын,мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, уйындарын белеүҙә, өйрәнеүәҙә һәм таратыу маҡсатында уҙғарылған конкурс-фестивалендә ҡатнашты. Һәр мәктәптең сығышы үҙенсәлекле  булды. Уҡыусылар ғилми-тикшереү эштәре башҡарған, башҡорт халҡының этнографияһын, фольклорын өйрәнеп музыкаль яҡтан биҙәгән. Уҡыусыларҙы билдәле шәхестәр нигеҙендә тәрбиәләү -  заман талабы. Ошондай мәртәбәле бәйгелә беренсе урын  алыуҙары  менән гимназистарҙы  ҡотлайбыҙ.( Етәксеһе Гәрәева Ф.Й., Казыханова И.Р.)