Башҡорт ғаиләһе – туған тел һаҡсыһы”

12 мартта   Малаяҙ башҡорт гимназияһында   уҡыусылар һәм ата-әсәләр      Башҡорт теле йылы  сиктәрендә “Башҡорт ғаиләһе – туған тел һаҡсыһы”девизы аҫтында  үткәрелгән   Башҡорт ҡунаҡханаһына,  “Йөрәк һүҙенә” йыйылды. Байрамда районыбыҙҙың аҡһаҡалы Гайсин Флорис Хатмулла улы,Вәлиева Светлана Хәмиҙулла ҡыҙы, Байрамғолова Тереза Мырҙаҡамал ҡыҙы, Нафиҡова Рәлизә Рафиҡ ҡыҙы,  Бәширова Гөлнур Нәфис ҡыҙы, Ғайфуллина Флүрә Сәбирйән ҡыҙы,  Хужина  Гөлшат Ринат ҡыҙы,  Имаева Анфиса Кинйәбай ҡыҙы, Ғәзимова Фәниә Хәлил ҡыҙы  , Ғәзимова Нәфисә Мөнир ҡыҙы   һәм уларҙың балалары , шулай уҡ башҡорт теле уҡытыусылары ҡатнашты. Туған телем, тыуған илем тип  янып  көйөүсе,  рухи байлыҡтың ҡәҙерен белеүсе, милләтем тип  янып йәшәүсе халыҡ йыйылды. Сағыу тамашала Рәми Ғариповтың, С. Әлибайҙың, З. Ханнанованың, М. Кәримдең. Р. Хисаметдинованың, М. Йәлилдең шиғырҙары  тамашасыларҙың күңеленә хуш килде, хатта   тыңлағанда  күҙ йәштәре төйнәлде. “Шиғыр булған ерҙә йыр ҙа була” тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Нәфисә Мөнир ҡыҙының, Анфиса Кинйәбай ҡыҙының моңло тауыштары беҙҙе үткәндәргә алып инде, байрамға  йәм өҫтәне. Йәрәктән сыҡҡан һүҙҙәрҙе үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү,  үҙ ҡолаҡтарыбыҙ менән ишетеү бәхетенә ирешеү һәммәһенә лә киләсәктә йәшәргә көс-ҡеүәт,яңы үрҙәрҙә ынтылыш, илһам биреүенә иманым камил.Ҡазыханова И.Р.