Етеп килгән Яңы йыл менән, дуҫтар!

Ап-аҡ ҡарға күмеп бар донъяны,Ынйы һибеп, сафлыҡ нуры бөркөп,Өр-яңы ҡыш килде тыуған ергә-Яңы өмөт тулды күңелгә.Яңы йылға яңы уйҙар менән,Саф теләктәр менән инәйек.Бәхет арбаһына шәп ат егеп,Тормош үрҙәренә еләйек.  Малаяҙ башҡорт гимназияһы барлыҡ ата-әсәләрҙе, уҡыусыларҙы     етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлай! 2018  йылда һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет юлдаш булһын. Тыуасаҡ йылда бар изге хыялдарығыҙ, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс менән үтһен.         Яңы   2018  йылды  ышаныс, өмөт менән ҡаршылайыҡ !