Мостай Кәримдең “ Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре буйынса төшөрөлгән фильм

 ” Һеңлекәш”  фильмын ҡарарға Мәсәғүткә кинотеатрға класс менән барҙыҡ.Фильм бик ныҡ оҡшаны. Бәләкәс Йәмилдең һәм Оксананың оҫта уйнауҙарын күреп һоҡландыҡ, хатта иланыҡ.Башҡорт халҡының һуғыш йылдарындағы тормош- көнкүрешен, балалар яҙмышын күреү беҙҙе  тетрәндерҙе. Ошондай фильмдар күберәк булһын ине.Башҡортостан киностудияһына, актерҙарға, режиссерға класыбыҙ исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.Үҙ хәбәрсебеҙ