Новый сайт гимназии

 

Начинаем заполнение контентом новый сайт гимназии https://magim.02edu.ru/. При этом старый сайт будет функционировать, пока полностью не будут перенесены материалы на новый. 

Салауат рухы беҙҙең күңелдәрҙә

   26 сентябрҙә Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусылары Салауат Юлаев рухын иҫкә алыу сараһында  әүҙемлек күрһәтте.  Сара  музейҙа  Салауат Юлаевтың  шиғырҙарын сәнғәтле уҡыуҙан башланып китте. Башҡортостандың  төньяҡ- көнсығыш райондарынан  килгән үҫмерҙәр батырыбыҙҙың үлемһеҙ шиғырҙарын хисләнеп тә,  ғорурланып та һөйләне. Бишенсе зона ярышында Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Гәрәев Илшат еңеусе тип табылды. ( гран-при)

    Гимназистар батырыбыҙ даны мәңгелләштерелгән стелла янында митингта ҡатнашты.  Сара Салауаттың тыуған ауылы Тәкәйҙә әҙәби флеш-моб менән тамамланды. Матур тәбиғәт ҡосағында, Салауат йөрөгән һуҡмаҡтарҙан үтеү балаларҙы тағы ла  рухландырҙы.  Бер–бер  артлы сығып сәнғәтле шиғыр һөйләүселәргә ҡарап күңелдәрҙе ниндәйҙер рәхәтлек тойғоһо солғап алды.  Ниһайәт, халҡыбыҙҙың  батыр рухы, һис шикһеҙ, беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.

 Үҙ хәбәрсебеҙ.