Тимер Юсупов

18 мартта  төньяҡ-көнсығыш райондары араһында Тимер Йосоповтың ижадына арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе зона кимәлендә дүртенсе тапҡыр  үтте. Сараның төп маҡсаты: халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың ижадын яттан белеү, йәш быуынға еткереү һәм таратыу. Шағирҙың ижадын белгән,  шиғырҙарын ятлап  мәктәп күләмендә   еңеүсе булған 43 ир-егет ҡатнашты. Бәйге  1-4, 5-8,9-11 кластар араһында бик ҡыҙыу барҙы. Һәр уҡыусы  үҙе  һайлаған әҫәрҙе тасуири итеп һөйләргә тырышты. Жюри  баһаһы юғары булды. Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусылары ошо бәйгелә еңеүсе булып ҡайтты. Афариндар!Еңеүегеҙ  менән ҡотлайбыҙ!