Уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереүсе

Изображение

Малаяҙ башҡорт гимназияһында “Һәләтле балалар”  программаһын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында төрлө түңәрәктәр эшләй: “Ҡурай”, “Робототехника”, “Хореография”, “Вокал” һ.б.

Һәр баланың үҙе ҡы­ҙыҡ­һын­ған түңәрәккә йөрөү мөм­кинлеге бар. Һүҙем – ошо түңәрәк­тәр­ҙең береһен етәкләгән Лиана Вил ҡыҙы Мөхәррәмова тураһында. Лиана Вил ҡыҙы – башланғыс кластар уҡытыусыһы – күңеле ҡушыуы буйынса музыка мәктәбендә белем алған балаларҙы йырларға өйрәтә.

Талантлы уҡытыусы баланың һәләтен күрә һәм үҫтерә белә. Үҙенең ябайлығы, талапсанлығы, изге күңеле менән уҡыусыларҙы эшкә ҡыҙыҡһындыра һәм һөҙөмтәһен күрә. Уның уҡыусылары район һәм республика күләмендә төрлө  бәйгеләрҙә күп тапҡыр призлы урындар яулай.

Яңы ғына үткән “Яҙғы тамсылар”, “Бөйөк Еңеүгә – дан!” (“Во славу Победы”) бәйгеләрендә гимназистар алдынғылыҡты бирмәне: Дилара Фәтхинурова, Кристина Хисаметдинова, Радмила Тажиева, “Непоседы”, “Вдохновение” ансамблдәре – бөтәһе лә 1-се урынды алды. Ә республика кимәлендә ҡатнашып, “Вдохновение” ансамбле 2-се урынды яулап, үҙ һәләттәрен дәлилләне.

 

Яратҡан эшеңдең һөҙөмтәле булыуы – һәр уҡытыусының маҡсаты.  “Моң донъяһы күңелгә изгелек орлоҡтары сәсә, рухи аҙыҡ бирә”, – ти уҡытыусы Лиана Мөхәррәмова.

Һәләтле уҡытыусыны тырыш хеҙмәте өсөн коллегалары, уҡыусылар һәм ата-әсәләр хөрмәт итә.


Фәнүзә Гәрәева,
Малаяҙ башҡорт гимназияһы
директорының тәрбиә эше
буйынса урынбаҫары.