Фәһемле осрашыу

Малаяҙ башҡорт гимназияһында космонавтар көнөнә арналған фәһемле сара үтте. Унда яҡташыбыҙ,  летчик-инженер, подполковник Вәлиев Шамил Шәрәфей улы ҡатнашты.  Балалар уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йотлоғоп тыңланы.Яҡташыбыҙ балаларға космос, самолет, йыһан тураһында бик күп мәғлүмәт бирҙе.   Космонавт   булыу өсөн иң беренсе аҡыллы, һәләтле  һәм физик яҡтан сәләмәт  булыу, физкультура менән дуҫ булыу  тураһында аңлатты.   Бигерәктә,  Юрий Гагарин менән бергә төшкән фотоһүрәттәрҙе балалар ҡыҙыҡһынып ҡараны. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға  уҡыусылар яуап алды.  Осрашыу бик йәнле барҙы.  Шамил Шәрәфи улы тыуған иленән ситтә бик оҙаҡ йылдар  йәшәһә лә үҙенең тыуған яҡтарын, туған телен, халҡын яратауы, уны һағыныуы тураһында әйтте. Бары тик  хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына  тыуған еренә әйләнеп ҡайтыуы, туған тупраҡтың тартыу көсө тураһындаһөйләне,    йәш быуын өсөн был  оло тәрбиә булды.