Новый сайт гимназии

 

Начинаем заполнение контентом новый сайт гимназии https://magim.02edu.ru/. При этом старый сайт будет функционировать, пока полностью не будут перенесены материалы на новый. 

Яңы уҡыу йылы менән!

Саҡыра,тағын саҡыра

Ҡыңғырау мәктәптәргә.

Бөгөндән - Белем көнөнән

Уҡыу йылы башлана!

Малаяҙ башҡорт гимназияһы быйыл 25-се тапҡыр үҙ ишектәрен асты. Унда 590 уҡыусы белем аласаҡ. Шуларҙың 33-сө сығарылыш уҡыусылары,ә беренсе тапҡыр гимназияға 51 уҡыусы  килде.Яңы уҡыу йылы уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн тулҡынландырғыс мәл.Сөнки һәр кем алдағы йылға ҙур маҡсаттар билдәләй: өлкән класс уҡыусылары финиш һыҙығын үтеп һөнәр һайлау юлын билдәләһә,  бәләкәстәр  мауыҡтырғыс белем  тауҙарына старт ала. Яңы уҡыу йылында яңынан –яңы  белем үрҙәрен яулау һәм ижади уңыштар теләйбеҙ. Аҡ юл һеҙгә!

Тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Гәрәева Ф.Й