Ғаилә ул – мөхәббәт!

Ғаилә ул – мөхәббәт,Ғаилә ул – шатлыҡ,Ғаилә ул – изгелек һәм мәрхәмәтлек,Ғаилә ул – бер-береңде аңлау һәм ышаныс,Ғаилә – ул балалар!Ә барыһы бергә ул – БӘХЕТ! Ғаилә - киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә - ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар -  көҙгөһө,  тип башланды тамаша.  Ғаилә йылына арналған йомғаҡлау концерты район үҙәгенең мәҙәниәт йортонда үтте. Залда ата-әсәләр, балалар, олатай-өләсәйҙәр, саҡырылған ҡунаҡтар... Байрамса биҙәлгән сәхнә, балаларҙың шат тауыштары сараға йәм өҫтәй. Ижад мәктәбендә әҙерләнгән һәләтле уҡыусыларҙың сығышын тамашасылар яратып ҡабул итә. Ниһайәт, сәхнәгә гимназия директоры Килдейәров Владислав Рамил улы күтәрелде. Ул барыһын да тәбрикләне һәм тәрбиә зшендә әүҙемлек күрһәткән  ата-әсәләргә рәхмәт хаты тапшырҙы.Сара юғары кимәлдә үтте.  Киләсәктә гимназия коллективы, уҡыусылар һәм ата-әсәләр - барыһы ла бер ғаилә булып ойошоп йәшәр тигән теләктә таралышты.Илебеҙ тыныс, ғаиләләр ныҡ, тулы,татыу, бәхетле булһын. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслыҡ – именлек, аяҙ күк йөҙө, ғаиләләрегеҙгә муллыҡ - бәрәкәт теләйбеҙ!                                                                           Ойоштороу комитеты