Ҡурай уйнай бер егет

Бауаттар аша моңло башҡорт  ҡурайы халҡымдың шатлыҡ-ҡы­уаныстарын, аһ-зарҙарын тарата.  Кемдәр генә уны уйнамаған да, кемдәр генә күңел хистәрен өләшмәгән... Данлы Салауат ерендә, Вәкил Шөғәйепов ағай эшләгән ҡурайҙа уйнаусы, уның серҙәрен балаларға өйрәтеүсе йәш белгес бар беҙҙә.Ул талантлы уҡытыусы, йыр­сы, бейеүсе Вәлиев Илнур Радик улы. Музыка  училищеһын тамамлағандан һуң (вузда ситтән тороп уҡый) тыуған яҡтарына  ҡайта һәм балаларға сәнғәт мәктәбендә, Малаяҙ башҡорт гимназияһында “Ҡурай” түңәрәгендә моң серҙәрен өйрәтә.

Талантлы уҡытыусы уҡыусылар күңелен арбап та өлгөрҙө. Уҡыусылары Вәкил  Шөғәйепов исемендәге  тәүге ҡурайсылар бәйгеһендә мәртәбәле урындар алды: Илшат Гәрәев – Гран-при, Илдар Исламов – 2-се урын, Илнур Әбдрәшитов – “Академик башҡарыу” номинацияһы. Өфөлә яңы ғына  үткән “Йәш музыканттар” бәйгеһендә Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Илшат Гәрәев призлы урын алып, Рәсәй күләмендә ҡатнашыу бәхетенә иреште.

Салауатсыларҙың Рәсәй кимәлендә ҡурай тартыуы – беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс.  Мартта үтәсәк киләһе бәйгелә улар­ға, сабырлыҡ, сәм һәм уңыштар теләйбеҙ.


Ата-әсәләр исеменән
Фәнүзә Гәрәева.