ӘЙЛЕЛӘР" СӘСӘНДӘР МӘКТӘБЕНӘ - "ХАЛЫҠ" ИСЕМЕ!

"Салауат йыйыны" фольклор байрамында "Салауат әйтеше" республика сәсәндәр интернет бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.Бүләкләү тантанаһында Малаяҙ башҡорт гимназияһы ҡарамағындағы "Әйлеләр" сәсәндәр мәктәбенә "Халыҡ коллективы" исеме бирелде. Уларға БР Мәҙәниәт министрлығының һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең Дипломы тапшырылды.Йәш сәсәндәр мәктәбенә бөгөн шулай уҡ "Халыҡ сәсәне" исеменә лайыҡ булыусы Фларис Ғайсин етәкселек итһә, уҡыусыларҙы гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Индира Ҡазиханова әҙерләгән. Ҡотлайбыҙ! Сәсән-сәсәниәләребеҙ үҫеп торһон, халыҡ араһына сығып торһон!