Әсәйҙәргә оло һөйөү, ихтирам йөҙөнән Малаяҙ башҡорт гимназияһында төрлө -төрлө саралар үтте. Һәр класта төп ҡунаҡ- әсәйҙәр, өләсәйҙәр ине. Әсәйҙәр класс сәғәттәрендә, түңәрәк өҫтәлдә, бәйгеләрҙә ҡатнашты.“ Әсәйем - бергенәм” тип исемләнгән концерт программаһы әсәйҙәргә бик оҡшаны. (Мухарямова Лиана Вил ҡыҙы әҙерләне).М. Кәримдең “ Сыйырсыҡ балаһы”әҫәре буйынса ҡуйылған сәхнәләштереүҙе әсәйҙәр яратып ҡараны. Уны сәхнәгә 5В класы уҡыусылары ҡуйҙы. ( Йәндүрина Люциә Булат ҡыҙы һәм Казыханова Индира Риф ҡыҙы әҙерләне.) Сара бик күңелле үтте. Әсәйҙәр уҡыусыларға уңыш, бәхетле тыныс тормош теләп , күтәренке кәйеф менән таралышты.
Новый сайт гимназии
Начинаем заполнение контентом новый сайт гимназии https://magim.02edu.ru/. При этом старый сайт будет функционировать, пока полностью не будут перенесены материалы на новый.