Әсәм теле миңә- сәсән теле.

Был донъяла өс меңгә яҡын тел бар һәм уның һәр береһе үҙенә күрә  үҙенсәлекле  һанала. Шуға күрә, һәр милләт кешеһе өсөн иң моңло көй- үҙенең милли көйө, иң ҡәҙерле тел- үҙенең туған теле. Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡытыусылары һәм уҡыусылары  өсөн башҡорт теле - тап шундай телдәрҙең  береһе.Тыуған ил. Туған тел… Тыуған ерен, телен данлап, күпме шағир йыр, шиғыр яҙған. Кешене тыуған ере кеше итә. Бөтә башланғыс тыуған ерҙән башлана.Малаяҙ башҡорт гимназияһында  “Туған телдәр көнөн” үткәреү  йолаға әйләнеп бара. Һәр йыл һайын  уҡыусылар төрлө бәйгеләрҙә  әүҙем ҡатнаша.  Башланғыс класс уҡыусылары  “Рәми мираҫы- беҙҙең күңелдәрҙә”  исемле  фәһемле  класс сәғәтендә  телдең бөйөлөгө, ата- әсәнең мираҫ итеп ҡалдырған байлығы икәненә төшөндө. 5-7 кластар араһында  Рәми Ғариповтың тормош юлына бағышланған  “ Үҙ уйыным” уҡыусылар күңеленә хуш килде.  Уҡыусылар шағирҙың  шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе,  тормош юлына, көндәлектәр китабына  байҡау яһаны. 3А класс уҡыусылары  тарафынан әҙерләнгән “ Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин” тип исемләнгән  йөкмәткеле   музыкаль- композицияны  бөтәһе лә йылы ҡабул итте. Тамашала уҡыусылар халыҡ уйындарын, йырҙарын, башҡорт бейеүҙәрен  оҫта башҡарҙы. Рәми, Әлибай  шиғырҙарын   илһамланып, ҙур ғорурлыҡ менән һөйләүҙәре   уҡыусыларҙа  үҙ теленә, иленә ҡарата  һөйөү   тойғоһо  уятмай ҡалмағандыр. Шулай уҡ 5-8 класс уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән флешмоб   та  бөгөнгө көн өсөн бик актуаль булған, телде  яратыу , һаҡлау темаһын яңғыратты.  Ошондай сараларҙа ҡатнашып уҡыусылар тағы ла  башҡорт теленең ниндәй гүзәл, матур, йомшаҡ, бөйөк икәненә  ҡабат  инаналар.Эйе, Урал ҡаялары кеүек ғорур башҡорт теле. Ул  бик боронғо һәм бай  телдәрҙең береһе, шуға күрә беҙ телебеҙҙе һаҡларға,  яҡларға , уның менән ғорурланып йәшәргә тейешбеҙ.  Телең барҙа илең бар,Илең барҙа иркең бар,Иркең барҙа күркең бар,Ил биҙәргә дәртең барЕрең, күгең- икең бар,Утың, һыуың- дүртең бар.