Әсә – донъя ҡотон һаҡлаусы

Әсә  көнө иң гүзәл байрамдарҙың береһе.  Һәр кем өсөн әсәй -  изгелек, сабырлыҡ, тоғролоҡ шәфҡәтлелек өлгөһө. Әсәй –ул рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы, яҡлаусы һәм таратаусы. Әсәй- наҙлылыҡ һәм мөхәббәт өлгөһө.Әсәй булыу – яуаплы һәм изге бурыс. Ошо ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү  маҡсаты менән  гимназияға  әсәйҙәр, өләсәйҙәр  ҡунаҡҡа саҡырылды  һәм  фәһемле,  тәрбиәүи асыҡ класс сәғәттәре үтте. Әсәйҙәр  һәм өләсәйҙәр тормош  һабаҡтары бирҙе , тәжрибәләре  менән уртаҡлашты һәм  балаларға  матур  теләктәрен  еткерҙе.Был изге байрам ғәзиз әсәйҙәребеҙ алдында баш эйеү, уларҙың изгелегенә, хәстәрлегенә рәхмәт һүҙе булып яңғыраны.