Илһам шишмәһе урғыла “Күңелем кәрәҙҙәре”нән

Көндәлек мәшәҡәттәр, ығызығы менән тулы заман менән бергә атларға тырышыу беҙҙе әҙәбиәттән, рухи ҡиммәттәрҙән ситләштерә.
Бөгөн, донъяның матди яғы өҫтөнлөк алғанда, һәр кемдең күңеле рухи шиғриәткә сарсаған. Донъялағы бөтә матурлыҡты, гүзәллекте, тормошта булған төрлө хәлдәрҙе ябай ҙа, тапҡыр ҙа итеп шиғри юлдарға һалыу – тик илһамлы, шиғри күңел өсөн генә еңелдер, ә шиғырҙар аша халыҡ күңеленә уй-фекерҙе еткереү – үҙе бер бәхеттер.

Гимназиябыҙҙа тап ошондай шиғриәткә бай күңелле ижади шәхестәр менән осрашыу кисәһе үтте. Был сара “Салауат ерендә” редакция-нәшриәт комплексында яңы ғына сыҡҡан “Күңелем кәрәҙҙәре” шиғри йыйынтығының исем туйына арналды. Шиғыр яҙыусы яҡташтарыбыҙ Ғәтиәт Садиҡов, Нурия Яруллина, Флорис Ғайсин, Люциә Һаҙыева менән күрешеп-һөйләшеү бик күңелле булды. Улар үҙҙәренең шиғырҙарын һөйләне, йырҙарын йырлап ишеттерҙе. Йәш быуынға рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлап, уны дауам итәсәгенә ышаныс белдерҙе. Әлеге йыйынтыҡты әҙерләүҙә ярҙам күрһәткән журналист Зәйтүнә Хановаға, Зилә Вәлиеваға, Фатима Әхмәтйәноваға, Лена Латиповаға авторҙар бик рәхмәтле. Һәммәһенә һаулыҡ, уңыштар юлдаш булһын.
“Йүрүҙән” гәзите мөхәррире Рәйлә Латипова район типографияһында төрлө китаптар нәшер ителеүе хаҡында һөйләне.

– Бөйөк шағирҙарыбыҙ Рәми Ғарипов, Сафуан Әлибай, арҙаҡлы яҙыусы Зәйнәб Биишева беҙҙең район гәзиттәрендә эшләп киткән. Тап ошо район матбуғатында ҡанат нығытҡан, ижадын камиллаштырған. Хөрмәтле уҡыусылар, һеҙ ҙә “Йүрүҙән” гәзитенә яҙылып, уҡып, даими яҙышып тор­һағыҙ, бәлки Рәми, Сафуан ағайҙарығыҙ кеүек билдәле шәхестәр булып китерһегеҙ, – тине ул.
Ҡунаҡтарыбыҙ өсөн 11-се класс  уҡыусылары йыйынтыҡҡа ингән шиғыр­ҙарҙы уҡып ишеттерҙе.

Ошо сараға арнап яҡташ-яҙыусыларға күргәҙмә ҡуйылды, “Күңелем кәрәҙҙәре” йыйынтығы тураһында видеопрезентация күрһәтелде.
“Дуҫлыҡ бүлешкәндә генә арта” – тигән халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәрим. Илһам да берләшкәндән ишәйә. Шиғри йәнле кешеләребеҙ күберәк булған һайын, донъябыҙ йәмлерәк, йәшәйешебеҙ ҙә ғәмлерәк була бара.

Исем туйына арналған кисәне башҡорт теле уҡытыусылары Индира Ҡазиханова, Фәнүзә Гәрәева гимназия китапханаһы менән берлектә ойошторҙо.
Ҡунаҡтарыбыҙға матур сарала ҡатнашыуы, балалар менән фәһемле осрашыу үткәреүенә рәхмәт белдереп, уларға ижади уңыштар теләйбеҙ.


Гүзәл Ноғаманова,
гимназия китапханасыһы.

“Йүрүҙән” гәзите http://iyryzan.ru/node/2905