Өлгөлө, өлгөр Илшат

Изображение

Тағы ла бер тырыш һәм булдыҡлы егетебеҙ – Малаяҙ ауылынан Илшат Гәрәев.

Ул Малаяҙ башҡорт гимназияһында 7 б класында тик яҡшы билдәләренә генә уҡый. Гимназияла үткән бөтә сараларҙы алып барыусы, башлап ебәреүсе, лидер егеттәрҙең береһе.

Илшат бәләкәйҙән йырларға, ҡурайҙа, баянда уйнарға ярата. “Яҙғы тамсылар”, “Йәш тауыштар” бәйгеләрендә бер нисә тапҡыр призлы урын яуланы. “Салауат бөркөтө” конкурсында III урын алды. Баян, ҡурай буйынса үткәрелгән Бөтә Рәсәй конкурстарынан еңеү менән ҡайтты.

Тырыш егет Балалар сәнғәт мәктәбенең ҡурай класында – дүртенсе, баян буйынса бишенсе класында уҡый. Музыкаға бөтә күңеле менән ғашиҡ егеткә уҡытыусылары ҙур өмөт бағлай.

Район буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа ҡатнашып та призлы урындар ала Илшат. Спорт менән дә яратып шөғөлләнә. Саңғы ярыштарында ҡатнаша.
Ошондай әүҙем, бар яҡлап та өлгөлө егетебеҙ күптән түгел “Орленок” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә ял итеп ҡайтты.

Тырышҡанға уңыш юлдаш

ИзображениеРайоныбыҙҙа һәләтле йәштәр бик күп. Шундайҙарҙың береһе – Малаяҙ башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы Артур Нурмөхәмәтов.

Ул уҡыу алдынғыһы, көрәшсе, йырсы, ҡурайсы, шиғыр һөйләү оҫтаһы. Өҫтәүенә әле ул көйҙәр ҙә ижад итә башлаған.
Көрәшселәр династияһынан булған Әлкә егете спорттың был төрө менән бик бәләкәйҙән мауыға. Ныҡышмалылыҡ, сәм уны еңеүҙәргә әйҙәй. Ул көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат, күп тапҡыр Башҡортостан чемпионы, дүрт мәртәбә Рәсәй беренселеге көмөш  призеры, ә инде 2011 йылда Артур Рәсәй чемпионы булды.

– Пермдә, Өфөлә, Йошкар-Олала, Ҡазанда үткән Рәсәй чемпионаттары бик иҫтәлекле булды. Еңеү еңел бирелмәй, әммә тырышһаң, уңыш яулауы бер ни тормай, – ти көрәшсе.

Артур ҡуйылған маҡсаттарына ирешеү өсөн бар көсөн һала. Ул һәр эшкә ихлас, ысын күңелен һалып тотона, шуға ла бик тиҙ уңыштарға ирешә.

Гимназияла үткән бөтә олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. С. Юлаев, Р. Ғарипов шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеләрендә лә ялҡынлы, тасуирилығы менән призлы урындарға өлгәште ул.

Олимпиада по робототехнике

ИзображениеКоманда школьников гимназии участвовала в отборочном туре Олимпиады по робототехнике 12 апреля в стенах УГАТУ. В Башкортостане данные соревнования проводились впервые. Арсен Галимов и Айдар Загидуллин приглашены на финальный этап в г.Москву 26-28 апреля. Пожелаем им удачи.

Смотреть видеорепортаж канала БСТ 

Презентация 11Б класса

Неделя детской книги

С 1-6  апреля состоялась неделя детской книги. Проведен библиотечный урок, посвященный юбилею писателя и общественного деятеля  РБ Марьям Буракаевой «Её думы о судьбе своего народа», «Сергею Михалкову-100 лет.»

Итоги конкурса среди учащихся  1-2 классов:

Родителям будущих первоклассников

Работа приемной комиссии.

Прием заявлений о зачислении в 1-й  класс проводится  с 1 апреля 2013 года.

Состав приемной  комиссии:

Нурмухаметов Артур - президентский стипендиат

нурмухаметов артурПоздравляем Нурмухаметова Артура с присуждением стипедии Президента РБ за высокие достижения.

Он многократный Чемпион района по борьбе « Куреш», призер Всероссийских соревнований по борьбе « Куреш» ( 2 место,2012г.), Чемпион РБ по борьбе « Куреш» (2012г.), победитель республиканского конкурса « Дорогами Отечества», призер зонального конкурса выразительного чтения стихов С. Юлаева, активный участник общешкольных и районных мероприятий.

Желаем дальнейших успехов!

Уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереүсе

Изображение

Малаяҙ башҡорт гимназияһында “Һәләтле балалар”  программаһын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында төрлө түңәрәктәр эшләй: “Ҡурай”, “Робототехника”, “Хореография”, “Вокал” һ.б.

Һәр баланың үҙе ҡы­ҙыҡ­һын­ған түңәрәккә йөрөү мөм­кинлеге бар. Һүҙем – ошо түңәрәк­тәр­ҙең береһен етәкләгән Лиана Вил ҡыҙы Мөхәррәмова тураһында. Лиана Вил ҡыҙы – башланғыс кластар уҡытыусыһы – күңеле ҡушыуы буйынса музыка мәктәбендә белем алған балаларҙы йырларға өйрәтә.

Талантлы уҡытыусы баланың һәләтен күрә һәм үҫтерә белә. Үҙенең ябайлығы, талапсанлығы, изге күңеле менән уҡыусыларҙы эшкә ҡыҙыҡһындыра һәм һөҙөмтәһен күрә. Уның уҡыусылары район һәм республика күләмендә төрлө  бәйгеләрҙә күп тапҡыр призлы урындар яулай.

Видео КВН-щиков гимназии

Ҡурай уйнай бер егет

Бауаттар аша моңло башҡорт  ҡурайы халҡымдың шатлыҡ-ҡы­уаныстарын, аһ-зарҙарын тарата.  Кемдәр генә уны уйнамаған да, кемдәр генә күңел хистәрен өләшмәгән... Данлы Салауат ерендә, Вәкил Шөғәйепов ағай эшләгән ҡурайҙа уйнаусы, уның серҙәрен балаларға өйрәтеүсе йәш белгес бар беҙҙә.Ул талантлы уҡытыусы, йыр­сы, бейеүсе Вәлиев Илнур Радик улы. Музыка  училищеһын тамамлағандан һуң (вузда ситтән тороп уҡый) тыуған яҡтарына  ҡайта һәм балаларға сәнғәт мәктәбендә, Малаяҙ башҡорт гимназияһында “Ҡурай” түңәрәгендә моң серҙәрен өйрәтә.

Талантлы уҡытыусы уҡыусылар күңелен арбап та өлгөрҙө. Уҡыусылары Вәкил  Шөғәйепов исемендәге  тәүге ҡурайсылар бәйгеһендә мәртәбәле урындар алды: Илшат Гәрәев – Гран-при, Илдар Исламов – 2-се урын, Илнур Әбдрәшитов – “Академик башҡарыу” номинацияһы. Өфөлә яңы ғына  үткән “Йәш музыканттар” бәйгеһендә Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Илшат Гәрәев призлы урын алып, Рәсәй күләмендә ҡатнашыу бәхетенә иреште.

Страницы

Подписка на Башкирская гимназия с.Малояз RSS