Тағы ла бер тырыш һәм булдыҡлы егетебеҙ – Малаяҙ ауылынан Илшат Гәрәев.
Ул Малаяҙ башҡорт гимназияһында 7 б класында тик яҡшы билдәләренә генә уҡый. Гимназияла үткән бөтә сараларҙы алып барыусы, башлап ебәреүсе, лидер егеттәрҙең береһе.
Илшат бәләкәйҙән йырларға, ҡурайҙа, баянда уйнарға ярата. “Яҙғы тамсылар”, “Йәш тауыштар” бәйгеләрендә бер нисә тапҡыр призлы урын яуланы. “Салауат бөркөтө” конкурсында III урын алды. Баян, ҡурай буйынса үткәрелгән Бөтә Рәсәй конкурстарынан еңеү менән ҡайтты.
Тырыш егет Балалар сәнғәт мәктәбенең ҡурай класында – дүртенсе, баян буйынса бишенсе класында уҡый. Музыкаға бөтә күңеле менән ғашиҡ егеткә уҡытыусылары ҙур өмөт бағлай.
Район буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа ҡатнашып та призлы урындар ала Илшат. Спорт менән дә яратып шөғөлләнә. Саңғы ярыштарында ҡатнаша.
Ошондай әүҙем, бар яҡлап та өлгөлө егетебеҙ күптән түгел “Орленок” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә ял итеп ҡайтты.